Мәктәп менән балалар баҡсаһы араһында бәйләнеш
Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары Федераль дәүләт белем биреү стандартын ғәмәлгә ашырыу буйынса төрлө эш алып баралар. Балалар баҡсаһына йөрөүсе һәм мәктәптә уҡыусы балалар араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу төп маҡсат итеп алына. Был инде балалар баҡсаһы сығарылыш балаларын мәктәптә артабан уҡыуҙы дауам итеүҙе бурыс итеп ҡуя.
Мәктәп менән балалар баҡсаһы белем биреүҙең бер үк йүнәлештә эшләүсе ике сиктәш быуыны ул. Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр бергә эшләгәндә һәм балалар баҡсаһы менән башланғыс мәктәп араһында тығыҙ элемтә булғанда ғына, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығып була. Уҡыу йылы башында уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр бергәләшеп бәйләнешлек планын төҙөп эш планын булдыралар. Баҡса тәрбиәселәренең һәм уҡытыусыларҙың эш тәжрибәләрен уртаҡлашҡан кәңәшмәләр, йыйылыштар уҙғарыла.
Октябрь айында уҡ Баймаҡ 2-се һанлы урта мәктәп уҡытыусылары һәм “Күбәләк” балалар баҡсаһы сығарылыш балалары ата-әсәләренең йыйылышы булып уҙҙы. Шулай уҡ Башҡортостандың тыуған көнөнә арнап мәктәпкәсә әҙерлек башҡорт төркөмө балаларының матур сараһына 2-се мәктәп уҡыусылары ла ҡунаҡҡа саҡырылды.Тәрбиәсе Оморҙаҡова Эльвира Урал ҡыҙы һәм музыка етәксеһе Торсонбаева Басира Кинйәғәле ҡыҙы әҙерләгән дәртле йырҙар,Башҡортостанды данлаған матур шиғырҙар,күңелле уйындар барыһының да күңеленә хуш килде. Мәктәптән килгән уҡыусылар ҙа буш ҡул менән килмәнеләр. Халиҡова Диананың йырын,Ыласынов Мансурҙың бейеүен, Хасанов Динисламдың шиғырын,Вәлиев Мәликтең ҡурайҙа уйнаған дәртле көйҙәрен балалар ҙур алҡыштарға күмделәр.Зилә Зәбир ҡыҙы Әлмөхәмәтова мәктәптәге төрлө түңәрәктәр,үткәрелгән саралар тураһында һөйләп мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө балаларын ҡыҙыҡһындырҙы.Бындай бәйләнеш артабан да дауам итәсәк.