21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө
Донъяла һәр саҡ халыҡтың рухи хазинаһы, халыҡты халыҡ иткән бер булмышы бар. Ул – тел.
Тел – халыҡтың иң ғәзиз бүләге, йәшәү, аралашыу рәүеше. “Теле барҙың иле бар, иле барҙың – даны бар,”- ти сәсәндәр.
Тел – ул халыҡтың мәңге тере тарихы ла. Шул ғәзиз тел уны борон бер бөтөн халыҡ итеп ойошторошҡан, уртаҡ тел, һүҙ таптырған, аҡылын, күңелдәгеһен үҙенә туплап, уның күркен күтәрешкән, кемлеген бар донъяға танытҡан, халыҡтар менән аралаштырған. Шиғырҙарында ла, йырҙарында ла, көйҙәрендә лә, бейеүҙәрендә лә халыҡ үҙ туған телен данлаған.
1999 йылдың ноябрь айында үткәрелгән бер конференцияла туған телдәр проблемаһы ҡарала, һәм ул 2000 йылдың 21февраленән билдәләнә башлай. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ер шарындағы 6700 телдең яртыһына юғалыу ҡурҡынысы янай. Шуға ла һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын, ғөмүмән, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында 21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө тип иғлан ителә.
Мин халҡымдың сәскә күңеленән,
Бал ҡортондай, ынйы йыямын,
Йыямын да – йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел –
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер уны тик кәм күңел!...тигән шиғыр юлдары менән башланып китте бөгөнгө беҙҙең дәресебеҙ.Был шиғыр юлдарын күренекле шағир,Салауат Юлаев премияһы лауреаты Рәми Ғарипов үҙенең «Башҡорт теле» тигән шиғырында сағылдырған.4а класы уҡыусылары дәрестең девизы итеп «Йыр булырлыҡ һүҙҙәр биргән туған телем рәхмәт һиңә» тигән юлдарҙы алдылар.Туған телдәр көнөнә арналған дәрестә уҡыусылар шағирҙың биографияһы,уның китаптар күргәҙмәһе менән таныштылар,кроссворд сисеп шиғыр юлдарынан матур һүҙҙөрҙе таптылар.Татар шағиры Ғ.Туҡайҙың «Эй,туған тел» тигән йырын да өйрәнделәр. Рәми Ғариповҡа арналған документаль фильм ҡарап,уның туған теленә,тыуған халҡына,тел яҙмышы өсөн борсолоп йәшәгәнен аңланылар.