Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең сираттағы август кәңәшмәһе уҙҙы
23 август мәғариф хеҙмәткәрҙәренең “Педагогик кадрҙарҙың һөнәри оҫталығын камиллаштырыу - “Мәғариф” милли проектының нигеҙе” темаһы аҫтында сираттағы август кәңәшмәһе уҙҙы. Сараның беренсе өлөшө дискуссия майҙансыҡтарында фекер алышыуға арналды. Баймаҡ ҡалаһының 2-се һанлы урта мәктәбендә 1-се дискуссия майҙансығы актив эшләне. Милли проектарға арналған эшлекле һөйләшеүҙә РФ-ның Дәүләт думаһы депутаты З.З. Байғускаров,район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сиргалина Г.К., мәғариф бүлеге начальнигы Зәйнуллин И.Ә., мәғариф бүлегенең баш белгесе Сиражетдинов И.З. мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары етәкселәре, мәғариф бүлеге белгестәре ҡатнашты. “Заманса мәктәп”, “ Киләсәк уҡытыусыһы”, ”Һәр уҡыусы уңышы”, “Йәш һөнәрмәндәр” һ.б. мәғариф региональ проекттары иғтибар үҙәгендә булды. Шулай уҡ тематик шәмбеләр, мәктәптә балаларҙың туҡланыу системаһын яйға һалыу тураһында етди һөйләшеүҙәр алып барылды. Дискуссия майҙансығында эшлекле һөйләшеүҙә белем биреү учреждениеларының төп приоритет йүнәлештәре билдәләнде. Педагогтар, психологтар, ата-әсәләр советы рәйестәре был сараның файҙалы, мәғлүмәткә бай, күтәрелгән проблемаларҙың актуаль булыуын билдәләне. Дискуссия майҙансығында ҡатнашыусылар шулай уҡ ойоштороу кимәленең юғарылын да һыҙыҡ өҫтөнә алды.