,,Башҡорт халҡының милли кейемдәре ''

Апрель 17, 2020 Просмотров: 41
Баймаҡ 2 һанлы урта мәктәбенең ,,Башҡорт халҡының милли кейемдәре '' темаһына бөтә кластарҙа  ла онлайн дәрестәр үтте.Бөтәһе 627 уҡыусы һәм  42 ата-әсә ҡатнашты.
 " Башҡорт халҡының милли кейемдәре" темаһына 9а, 9в кластарында онлайн дәрестәр, ә 7б класында түңәрәк ағзалары менән оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Дәрескә Ишмөхәмәтова Айгөл Рәжәп ҡыҙы саҡырылды. Ул уҡыусыларҙы түшелдерек эшләү серҙәренә өйрәтте. Дәрестәр уҡыусылар өсөн файҙалы һәм фәһемле булды.