Башҡорт теленән Халыҡ-ара онлайн- диктанты

Апрель 25, 2020 Просмотров: 46

25 апрель көнө Баймаҡ ҡалаһының 2-се һанлы урта мәктәбе башҡорт теленән Халыҡ-ара онлайн- диктант яҙыуҙа әүҙем ҡатнашты. Был матур, йөкмәткеле сараға 310 уҡыусы, 26 уҡытыусы, 104 ата-әсә йәлеп ителде. Диктант яҙыусылар эште ике кимәлдә - башҡорт телен башлап өйрәнеүсе һәм иркен аралашыу кимәлендә башҡарҙы. Был сара дистанцион уҡыу шарттарында белем алыусы балаларҙы, уларҙың ата-әсәләрен, уҡытыусыларҙы берләштерҙе, күркәм байрамға әйләнде.