Абдулхаҡ Игебаевтың ижадына бағышланған саралар
Сентябрь 29, 2018
Просмотров: 38
2-се мәктәптә яҡташыбыҙ Абдулхаҡ Игебаевтың ижадына бағышлап китапхана дәрестәре, викторина, асыҡ дәрестәр, осрашыуҙар үткәрелде. 27 сентябрҙә 7б класы уҡыусылары балалар китапханаһына барып, китапханасы Зәйтүнә Миҙәхәт ҡыҙы менән осрашты. Уҡыусылар унда Абдулхаҡ Игебаев тураһында бай йөкмәткеле, мауыҡтырғыс мәғлүмәт алып ҡайттылар. Ә 6б класында Вәлиева Ынйыгөл һәм Нурғәләмова Алина класташтарын яҡташ шағирыбыҙҙың тормош юлы һәм ижады менән үҙҙәре таныштырып үттеләр, викторина һорауҙарына яуап та алдылар.