1. Родителям
  2. Новости
  3. "Хәйҙәр Тапаҡов уҡыуҙары-2019" зональ конкурстары

"Хәйҙәр Тапаҡов уҡыуҙары-2019" зональ конкурстары

Март 26, 2019 Просмотров: 113

25 мартта Сибай ҡалаһының"Ирәндек" лицейында "Хәйҙәр Тапаҡов уҡыуҙары-2019"тигән зональ конкурстар үтте.Унда Сибай,Белорет, Баймаҡ ҡалалары,Әбйәлил,Йылайыр,Хәйбулла райондарынан килгән уҡыусылар 5 төрлө секцияларҙа үҙҙәренең белемдәрен,оҫталыҡтарын күрһәттеләр.3 секцияла "Мир подростка в произведениях современных башкирских писателей" иншалар конкурсында 5 б класы уҡыусыһы Вәлиев Мәлик 1-се урын яуланы.Ул шулай уҡ ижади конкурста ҡурайҙа,ҡумыҙҙа,һайранда уйнап,"Мин башҡорт балаһы"шиғырын ятлап бөтә ҡатнашыусыларҙы хайран ҡалдырҙы һәм 1 урынға лайыҡ булды.Уҡытыусылар араһында Әлмөхәмәтова Зилә Зәбир ҡыҙы "Ғаилә,бәхет,өмөт"тигән класс сәғәте буйынса 3 урын яуланы. Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡовтың еңеүселәргә әҙерләгән иҫтәлекле бүләктәре барыһын да ҡыуандырҙы.

Вәлиев Мәликтең иншаһын тәҡдим итәбеҙ:


Туған телем-әсәм теле! 
 
 Минең телем – тыуған ерем, 
 Әсәм тауышы, 
 Халҡымдың бай хазинаһы, 
 Таҙа намыҫы ! 
 Ерҙә халыҡ йәшәй икән,- 
 Теле лә йәшәй ! 
 Телен асҡанда,һәр бала 
 Әйтәсәк «Әсәй !». 
 Мин был Б.Бикбайҙың шиғыр юлдарын бушҡа ғына алманым.Хәйҙәр Тапаҡовтың “Бибинур “Улуәсәй” хикәйәһе менән дәрестә танышҡас тел яҙмышы тураһында борсолоп уйланмайынса булмай. “Башҡорт теле-боронғо тел,ә тәрән тамырлы ағас ҡоромай”тип Бибинур өләсәй ейәнсәре Фәниәгә туған телдең мөһимлеген аңлатырға тырыша.Эйе, тарихһыҙ ил дә, милләт тә булмай. Халыҡта “Иң татлы тел – туған тел, әсәм һөйләп торған тел” тигән мәҡәл бар. Баланы телгә иң ғәзиз кешеһе - әсәһе башлап өйрәтә.Минең туған телем – башҡорт теле. Минең телем мең-мең йылдар аша, һис бер тарих һынауҙарына бирешмәй ата-бабаларыбыҙҙың йәшәү тарихын, йыр-моңон, ижадын түкмәй-сәсмәй беҙҙең көндәргә еткәрә. 
 “Бабайҙарҙан, əсəйемдəн алған - 
 Ғүмер буйы тапҡан милкемде, 
 Улым, ҡыҙым, һеҙгə ҡалдырамын 
 Бөйөк мираҫ - туған телемде.” – тип башҡорт шағиры Р.Мифтахов юҡҡа ғына әйтмәгән. 
 Тәбиғәтебеҙ нисек үлемһеҙ булып ҡалһа, туған телемдең дә мәңге үлемһеҙ булып ҡалыуын теләр инем. Кескәй саҡтан уҡ,тәүге һүҙҙәрҙе әйтә башлағандан алып,балалар ҙа ололар тәрбиәһе,телебеҙгә хөрмәт, халҡыбыҙ тарихына ихтирам, уратып алған ер – һыуыбыҙға һаҡсыл ҡараш алып тәрбиәләнергә тейеш. Ололарҙан алынған дөрөҫ тәрбиә һәр саҡ күңелдәрҙә мәңгегә һаҡланып ҡалырға тейеш тип уйлайым.Ләкин,үкенескә ҡаршы, хәҙерге ваҡытта балалар бәләкәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, телдәрен вата – емерә рус телендә һөйләшәләр, сөнки рус йәнһүрәттәре ҡарайҙар, ә атай – әсәйҙәребеҙ быға бик шатлана. Йәнәһе , балалары рус телендә таҙа һөйләшәсәк, имтихандар тапшырыуы еңелерәк буласаҡ. Ә инде ысынында уйлап ҡараһаң, ул бәләкәй бала әлегә үҙ туған телендә матур итеп һөйләшергә лә өйрәнмәгән. Минең уйлауымса, үҙ башҡорт телен белмәй тороп,”балам урыҫ телен шәп белә!” тип маҡтанған ата-әсәнең уйы бик хаталы фекер. Сөнки үҙебеҙҙең туған телебеҙҙе бөтә нескәлектәренә тиклем белмәйенсә, башҡа телде камил үҙләштереп булмайҙыр. Шуға күрә бала саҡтан, баланың теле асылғандан алып, күҙ нурҙарына үҙебеҙҙең моңло башҡорт телендә аралашырға өйрәтергә, уға ихтирам, хөрмәт тәрбиәләргә кәрәк. 
 Мин үҙемдең туған телемде яратам, хөрмәт итәм. Уның һәр һүҙе сылтырап ағып ятҡан шишмәне, шиңмәҫ, кипмәҫ шишмәне хәтерләтә. Әйтерһең дә, өләсәйем үҙенең моңло тауышы менән, саф башҡорт телендә халҡымдың тарихын, уның аҡыллы һүҙҙәрен теҙә.Ә шишмә бер туҡтамай үҙ йырын көйләп, сылтыр-сылтыр аға ла аға. Туған телем дә ошолай сылтырап ағылһын, тыныс йылғаларға, ярһыу даръяларға, окендарға барып ҡушылһын да бер ҡасан да ер йөҙөнән юғалмаһын! Яҙын япраҡ ярған, сәскә атҡан үҫемлектәр кеүек япраҡ ярһын, шаулап – гөрләп сәскә атһын ине. 
Ә был хыял тормошҡа ашһын өсөн беҙ үҙебеҙ тырышырға тейешбеҙ. Туған телебеҙҙә таҙа итеп һөйләшергә, милли матбуғатҡа яҙылып, илебеҙгә ҡағылышлы һәр яңылыҡ менән танышып барырға, мәктәбебеҙҙә башҡорт телен тырышып уҡырға. Һәр тыуған сабыйҙың теле үҙенең туған башҡорт телендә асылһын,һәр бала үҙенең туған телендә белем алһын ине. Ә был инде беҙҙең, атай –әсәйҙәребеҙҙең һәм уҡытыусыларыбыҙҙың изге бурысы! 
 Телде тере тел һаҡлаһа, 
 Һүҙҙе сабый ҡабатлаһа, 
 Бәләнән тел ҡотолор. 
 Телдән төшкән тел юҡ булыр, 
 Телдәге тел ныҡ булыр. 
 Р.Бикбаев. 
 Башҡортостан тигән гүзәл илдә тыуып үҫкәнемә, бында йәшәүемә, туған телемдә аралашыуыма үтә лә бәхетлемен. Уй- хыялдарым менән йыһанда йөҙәм. Күңелемде иң арбағаны, хайран иткәне- ғәзиз ерем, ғәзиз илем. Беҙ Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге! Телебеҙ, илебеҙ яҙмышы – беҙҙең ҡулда.