"Хазина" түңәрәге оҫтабикәләре менән осрашыу
Июнь 5, 2019
Просмотров: 106
5 июнь Мәрйәм Бураҡаеваның "Йәйләү" программаһы буйынса эшләгән "Башҡорт.ру" отряды уҡыусылары менән осрашыуға Халыҡ ижады үҙәгенән "Хазина" түңәрәге оҫтабикәләре килде. Был түңәрәк 2016 йылдың 16 февралендә "Күңелем биҙәктәре" исеме аҫтында ойошторолған. Уның етәксеһе Ҡотлоғужина Рәзинә Салауат ҡыҙы. "Хазина" түңәрәгенә йөрөгән оҫта ҡуллы апайҙар уҡыусыларҙы үҙ ҡулдары менән эшләгән бик күп милли биҙәүестәр, кейемдәр, кейеҙҙән яһалған һүрәттәр, уйынсыҡтар, түшелдерек, ҡашмау, селтәр, түбәтәйҙәр менән таныштырҙы, оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Осрашыу бик йәнле, күңелле үтте. Отряд тәрбиәләнеүселәре Вәлеев Мәлик менән Шайнурова Азалия телевидениеға интервью бирҙеләр. Һуңынан иҫтәлеккә фото төштөләр