1. Ученикам
  2. Новости
  3. "Милли кейем" көнөнә арналған класс сәғәте менән берлектә технология дәресе үтте

"Милли кейем" көнөнә арналған класс сәғәте менән берлектә технология дәресе үтте

Апрель 15, 2022 Просмотров: 584
15 апрель көнө Баймаҡ ҡалаһының 2-се һанлы урта мәктәбендә "Милли кейем" көнө үтте. Уҡыусылар, уҡытыусылар башҡорт милли кейемендә мәктәпкә килделәр. 1-се б класында ошо көнгә арналған класс сәғәте менән берлектә технология дәресе  үтте.Был дәрестә уҡыусылар Башҡортостанда йәшәүсе күп милләтле халыҡтар, уларҙың кейем өлгөләре менән таныштылар. Уҡытыусы етәкселегендә уҡыусылар түбәтәй һәм селтәр эшләнеләр.
Был дәрес  балаларҙа башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың милли культураһына һәм традицияларына ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, үҙ милләтең өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләргә булышлыҡ итте.