1. Ученикам
  2. Новости
  3. Өфө «Нур» татар дәүләт театрында «Тукай моңнары» тип аталған бәйге-фестиваль булып үтте

Өфө «Нур» татар дәүләт театрында «Тукай моңнары» тип аталған бәйге-фестиваль булып үтте

Апрель 27, 2022 Просмотров: 147

Кисә, 26 апрель, Өфө «Нур» татар дәүләт театрында «Тукай моңнары» тип аталған бәйге-фестиваль булып үтте. Бәйгелә, сарала ҡатнашҡан, 1500 кешенән финалға үткән 85 уҡыусы көс һынашты. Сарала 9 ҡала һәм 49 райондан килгән шиғыр һөйләүселәр ярышты. Ғабдулла Туҡайҙың шиғырҙары 14 телдә яңғыраны. Асҡаров Филүз, 10а класы уҡыусыһы, татар шағирының шиғырын башҡорт телендә һөйләүселәр араһында еңеү яулап, 1 дәрәжәләге Дипломға лайыҡ булды! Филүзгә артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ! Конкурсанттың етәксеһе – еңеүсенең тәүге уҡытыусыһы Байымова Гүзәл Фәйзрахман ҡыҙы.Ҡотлайбыҙ!