1. Ученикам
  2. Новости
  3. Милли кейем көнө

Милли кейем көнө

Сентябрь 9, 2022 Просмотров: 95
Милли кейем — халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Борондан милли кейем нәҫелдән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы һаналған. Улар әле лә үҙҙәренең матурлығы, сағыулығы менән күҙҙең яуын алып тора . Бөгөн Башҡортостанда иң матур,сағыу байрамдарҙың береһе -Милли кейем көнө билдәләнә. Баймаҡ ҡалаһының 2-се һанлы мәктәбендә лә республика халыҡтарының милли кейеменә арналған берҙәм дәрестәр үтте. Уҡытыусылары Килдебаева Гөлзада Тимербулат ҡыҙы менән берлектә , 2 б һәм 3 г синыф уҡыусылары милли кейем тураһында белемдәрен нығыттылар һәм үҙҙәре лә милли кейем һыҙаттарын сағылдырып ҡағыҙ ҡурсаҡ эшләнеләр.Иң мөһиме:уҡыусылар үҙҙәренең ҡул эштәрен барлыҡ тырышлығын,һөйөүен һалып башҡарҙылар.