Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте
Январь 13, 2023
Просмотров: 117
12-13 ғинуарҙа баш ҡалабыҙ Өфөнөң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте.
Бәйгенең һайлап алыу турында ситтән тороп республикабыҙҙың район-ҡалаларынан 700-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашһа, йомғаҡлау турында 357 уҡыусы көс һынаны. Улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, республикабыҙҙың мәҙәниәте буйынса һорауҙарға яуап бирҙе, текст өҫтөндә эш башҡарҙы. Был бәйгелә Баймаҡ 2-се һанлы урта мәктәбенең 9б класы уҡыусыһы Вәлиев Мәлик тә бар һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, призлы урын яуланы. Мәликкә һәм уның етәксеһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Азаматова Миләүшә Ринат ҡыҙына яңы үрҙәр теләп ҡалабыҙ!