Рус кластарында туған телде өйрәнеү
ФГОС буйынса Мортазина Ф.Ф. һәм Нафикова З.Ғ. авторлыҡ программаларында рус кластарында туған телен өйрәнгән башҡорт балалары Башҡортостан, уның тәбиғәте, байлығы, йылғалары, күлдәре, тауҙары, ҡалалары, экономикаһы, башҡорт әҙәбиәте, сәнғәте, күренекле кешеләре тураһында дәрестәрҙә бик күп мәғлүмәт алалар. Дәреслек менән генә түгел,башҡа төрлө эш алымдары ла уҡыусыларҙа туған телен өйрәнеүгә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Т. Ғарипованың һәм А. Игебаевтың әҫәрҙәрен өйрәнгәндә Баймаҡ Үҙәк һәм балалар китапханаһынан ҡунаҡтар саҡырҙыҡ. Бөгөнгө дәрес ЮНЕСКО, ҡаҙылма байлыҡтар, Баймаҡ ҡалаһына арналды. Был дәрестә 4-се класс уҡыусылары алдында мәктәптең музей етәксеһе Васючкова Фәниҙә Әхәт ҡыҙы сығыш яһаны. Уның фәһемле һәм файҙалы сығышын уҡыусылар йотлоғоп тыңланылар,бик күп һорауҙарға яуап таптылар, музейҙағы экспонаттарҙы ҡыҙыҡһынып ҡаранылар. Дәрестән уҡыусылар бик ҡәнәғәт булдылар.