Беҙҙең ҡаҙаныштар
10-12-се ғинуарҙа Р.Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте. Унда республика мәктәптәренән һәм Ырымбур, Силәбе, Ҡурғандан ижади фекерләгән һәләтле, рухлы балалар йыйылды. 300-гә яҡын ҡатнашыусыларҙың араһында башҡа милләт балаларының ҡатнашыуы уларҙың телде теләп өйрәнеүен, хатта ярыштарҙа ихлас көс һынашырға теләүен дәлилләй. Олимпиада 3 турҙа үтте : 1-се тур - инша, 2-се тур - тексҡа комплекслы анализ, 3-сө тур – башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән тест (10 һорау). Олимпиадала беҙҙең мәктәптән 10 класс уҡыусыһы Кусеева Нәркәс призер булһа, Сәйҙәлиев Йәмил рейтинг буйынса 9-сы урында булып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште.
Уларҙы был еңеүҙәре менән ихлас котлайбыҙ һәм быға күп көсөн һалыусы уҡытыусыларыбыҙ Ғәлиуллина Сәриә Сәйетборхан ҡыҙын һәм Азаматова Миләушә Ринат ҡыҙын тәбрикләйбеҙ һәм киләсәктә лә ижади уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ!