Уҡыусылар кино һәм йәнһүрәт ҡараны
Февраль 3, 2018
Просмотров: 99
Бөгөн беҙҙең мәктәп уҡыусылары Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған дөйөм белем биреү һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, З.Биишева исемендәге премия лауреаты Мәрйәм Бураҡаева менән осрашты. Мәрйәм Бураҡаева башҡортса “Урал менән Шүлгәндең бала сағы” исемле йәнһүрәт, О.Генриҙың “Һуңғы япраҡ” хикәйәһе буйынса “Япраҡ” һәм Хәниф Кәрим әкиәте буйынса “Урман һуҡмағы” исемле ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙы күрһәтте, һуңынан фекер алышыуҙар булды. Фильмдар балаларҙың күңелдәренә хуш килде.