1. Ученикам
  2. Новости
  3. Ветеран уҡытыусы менән осрашыу.

Ветеран уҡытыусы менән осрашыу.

Май 7, 2018 Просмотров: 232

Ветеран уҡытыусы менән осрашыу.

Баймаҡ 2-се һанлыуртамәктәбенең 6б, 7б кластарында Бөйөк Еңеүгә арналған матур сара үтте. Уҡыусылар тыл ветараны, уҡытыусы- ветеран Сәйфуллина Менәүәрә Ғәлиәхмәт ҡыҙы менән осрашты. Менәүәрә инәй яҙмышын балалар уҡытыу менән бәйләгән, хаҡлы ялға сыҡҡансы ҡаланың 1-се мәктәбендә башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләй. Балалыҡ йылдары ауыр һуғыш ваҡытына тура килә. Ололар менән берлектә колхоз эшенә егелгән үҫмер балалар уҡыуҙың мөһимлеген аңлайҙар, тырышып-тырмашып кластан класҡа күсергә, яҡшы билдәләргә мәктәпте тамамларға ынтылалар. Һуғыш йылдарында фажиғәле балалар яҙмышы тураһында бәйән иткәндә, күптәрҙең күңеле тулды. Шул йылдарҙың тере шаһиты – ҡаҡса ғына кәүҙәле, теремек Менәүәрә исемле ҡыҙ алдыбыҙҙа баҫып тора ине. Балалар ветеран уҡытыусыны һорауҙар менән күмде. Инәй барлыҡ һорауҙарға ихлас яуабын тапты. Осрашыу аҙағында уның: "Уҡығыҙ, балалар, өҫтөгөҙҙә матур, ҡупшы кейемдәр, алдығыҙҙа күпереп бешкән хуш еҫле икмәк, тәмлекәстәр - барыһы ла бар. Беҙ-һуғыш балалары бер телем икмәккә, бер бит ҡағыҙға тилмерҙек. Ошо аяныс йылдар ҡорбандары – астан үлгән балалар өсөн уҡығыҙ, эшләгеҙ, матур, бәхетле йәшәгеҙ!" – тигән һүҙҙәре берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.