Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
14 декабрь-күренекле мәғрифәтсе, шағир, башҡорттарҙың бөйөк улы Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө. Аҡмулла башҡорттар һәм ҡаҙаҡтар араһында йәшәп,уларға үҙенең шиғырҙарын һөйләп,билдәле сәсәндәр менән шиғырҙар бәйгеләрендә ҡатнашып,халыҡ араһында тура һүҙле, үткер телле, саф күңелле шағир һәм уҡытыусы булараҡ таныла. Халыҡҡа тоғро күңелле булғаны өсөн уны «Аҡ мулла» тип атайҙар һәм был исем ул ижад иткән әҫәрҙәр, шиғриәт ҡәҙерен белеүселәр хәтерендә оҙаҡ йылдар буйы һаҡлана. «Халыҡсанлыҡ, поэтик үткерлек, шиғри камиллыҡ-Аҡмулла поэзияһы көсөнөң төп хикмәттәренән ғибәрәт» тип яҙған Ғ.Хөсәйенов.
Бөгөн Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә беҙҙең мәктәптә төрлө саралар үткәрелде. Башланғыс рус кластарының 3а,3в,3г һәм 4г башҡорт төркөмө уҡыусылары уҡытыусы Әлмөхәмәтова Зилә Зәбир ҡыҙы менән уның тормош юлы, ижады менән таныштылар, шиғырҙарын уҡынылар, мәктәп китапханаһында китапханасы Әлиә Зөфәр ҡыҙы әҙерләгән шағир, мәғрифәтсе Аҡмуллаға арналған күргәҙмәне ҡаранылар.