Башҡорт теле көнө
Декабрь 17, 2018
Просмотров: 95
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты башҡорт теле көнө сиктәрендә интернет- конкурстар уҙғарҙы. Еңеүселәр Өфө ҡалаһына йомғаҡлау кисәһенә саҡырылды. Улар араһында Баймаҡ 2-се һанлы урта мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы Зөлҡәрнәйева Зөбәржәт тә бар ине. Ул "Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, иле юҡтың ғына теле юҡ" темаһына яҙылған инша конкурсында 2-се урын яуланы. Зөбәржәтте һәм уның етәксеһен - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Азаматова Миләүшә Ринат ҡыҙын еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә оло уңышлыҡтар теләп ҡалабыҙ"