Башҡорт теле һәм әҙәбиәте предметтары буйынса төбәк-ара олимпиада
Январь 15, 2019
Просмотров: 119
9 – 11 ғинуарҙа баш ҡалабыҙ Өфөнөң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы башҡорт гимназия-интернатында Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт теле, туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте предметтары буйынса үткән төбәк-ара олимпиадала Баймаҡ 2-се һанлы урта мәктәбенән 2 уҡыусы ҡатнашты. 10 класс уҡыусыһы Зөлҡәрнәйева Зөбәржәт һәм 11 класс уҡыусыһы Кусеева Нәркәс призлы урын яуланы. Етәкселәре - Азаматова Миләүшә Ринат ҡыҙы һәм Ғәлиуллина Сәриә Саитборхан ҡыҙы. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! Киләсәктә һаулыҡ, уҡытыусыларға эшендә, уҡыусыларға уҡыуҙа оло үрҙәр теләйбеҙ.