1. Ученикам
  2. Новости
  3. "Буяу һатыш" һәм "Тирмәкәй" фольклор байрамы

"Буяу һатыш" һәм "Тирмәкәй" фольклор байрамы

Февраль 16, 2019 Просмотров: 163

Мәктәп менән балалар баҡсаһы белем биреүҙең бер үк йүнәлештә эшләүсе ике сиктәш быуыны ул. Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр бергә эшләгәндә һәм балалар баҡсаһы менән башланғыс мәктәп араһында тығыҙ элемтә булғанда ғына, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығып була.Октябрь айында,Башҡортостан республикаһының тыуған көнөнә Баймаҡ 2-се һанлы урта мәктәп уҡыусылары "Күбәләк"балалар баҡсаһына концерт номерҙары менән кескәйҙәрҙе һөйөндөрһә,бөгөн инде улар үҙҙәре мәктәпкә ҡунаҡҡа килделәр.Тәрбиәсе Эльвира Урал ҡыҙы һәм музыка етәксеһе Басира Кинйәғәли ҡыҙы әҙерләгән "Буяу һатыш" һәм "Тирмәкәй"фольклор байрамы беренсе класс уҡыусыларының күңеленә хуш килде.Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе балаларҙың матур йырҙарын,күңелле бейеүҙәрен,төрлө уйындарын ихласлап алҡышланылар.Уларға яуап итеп 1-се б класс уҡыусылары ла концерт номерҙары әҙерләгән инеләр.Иң сағыу номер булып ике төркөм малайҙарының бергә"Һыбайлылар" йырын башҡарыуы булды!Бөтәһелә ҡәнәғәт булып,артабан да бәйләнеш ептәрен өҙмәҫкә тип таралыштылар.