1. Ученикам
  2. Новости
  3. Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүенең 100 йыллығына арналған "Башҡорт малайы" конкурсы

Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүенең 100 йыллығына арналған "Башҡорт малайы" конкурсы

Февраль 28, 2019 Просмотров: 118
Башҡорт малайы батыр, аҡыллы, шаян, ҡыйыу, отҡор, тәрбиәле, маҡсатлы, аңлы, лайыҡлы, абруйлы, йомарт, ырыулы булырға тейеш, тип район һәм ҡаланың егерме бынамын тигән шәп 10-12 йәшлек малайҙары балалар ижады үҙәге үткәргән «Башҡорт малайы» тигән конкурста ҡатнаштылар.Конкурс Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүенең 100 йыллығына арналды һәм 4 турҙан торҙо. Беренсе турҙа малайҙар үҙҙәре менән таныштырҙы. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, тип яратҡан шөғөлдәре тураһында һөйләнеләр. Кемдер йырлап, бейеп күрһәтте, ҡурайҙа уйнанылар, ағастан, пластилиндан, ҡағыҙҙан төрлө әйберҙәр эшләүсе малайҙар ҙа булды. Өмөтбай ауылының шәп малайы Бүләков Илһамдың гармунда өҙҙөрөп уйнауы дәррәү алҡыштарға күмелде. 
Конкурстың өсөнсө шарты буйынса Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса һорауҙарға яуап бирҙеләр. Башҡорт булһын да бейей белмәһен инде, тип башҡортса ритайым да ойошторолдо. Һүҙ бәйгеһендә “ Бер тигәс тә ни яман?”, «Ерҙә беҙгә ни кәрәк?”кеүек һорау-әйтештә, башҡорт мәҡәлдәрен дауам итеүҙә тел байлығын, фекерләү ҡеүәһен күрһәттеләр.Телебеҙҙең матурлығы, һүҙ көсө, ҡурай тауышы , халҡыбыҙҙың көйҙәре сәхнәлә яңғырап торҙо. Малайҙар ихлас тырышып көс һынаштылар. 
Бәйгелә Гран – прины Баймаҡ ҡалаһының 2- се һанлы мәктәбе уҡыусыһы Вәлиев Мәлик яуланы. Афарин!


Ожмах кеүек тыуған төйәгемдә 
Тыуып үҫкән мин бер малай. 
Башҡорт рухын кесе йәштән генә 
Йөрәгендә ул ныҡ һаҡлай. 
 
Исемем минең Мәлик, 
 Ғорур башҡорт балаһы. 
Батша,хаким һәм солтан 
Исемем атамаһы! 
 
Батшамын уҡыуымда! 
Хакиммын һәр эшемдә! 
Солтанмын күңелем менән 
Һәр бер яңы көнөмдә! 
 
Тирә-яҡтың матурлығын тойоп, 
Һөйөп үҫәм тыуған еремдә. 
Башҡорт телем,тыуған илем тиеп 
Уттар янһын минең йөрәгемдә! 
 
Туғандарым менән бергә, 
Татыу ғаиләлә мин йәшәйем 
Мин дә улар кеүек был донъяла 
Тормош матурларға теләйем. 
 
Атам-әсәм,олатам-өләсәм 
Матурлығын ерҙең күрһәтте. 
Мәктәптәге уҡытыусыларым 
Телде яратырға өйрәтте. 
 
Класташтарым һәм дуҫтарым менән 
Үрмәләйбеҙ фәндәр тауына. 
Тормоштан йәм, уҡыуҙан тәм табып, 
Ҡәнәғәтлек ҡылып барына. 
 
Яңы быуын башҡорто беҙ, 
Йолаларҙы баҡлаусы, 
Илебеҙҙе, телебеҙҙе, 
Рухыбыҙҙы һаҡлаусы.