1. Ученикам
  2. Новости
  3. "Алтын тирмә" интеллектуаль уйынында Баймаҡ районынан уҡыусылар ҡатнашты

"Алтын тирмә" интеллектуаль уйынында Баймаҡ районынан уҡыусылар ҡатнашты

Апрель 8, 2019 Просмотров: 102

5 апрель көнө Өфөлә үткән "Алтын тирмә" интеллектуаль уйынында Баймаҡ районынан уҡыусылар ҡатнашты. Улар араһында беҙҙең мәктәптең 10б класы уҡыусыһы Вәлиев Динислам да бар ине. Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына, театр йылына арналған был сарала Баймаҡ йәштәре бик яҡшы сығыш яһаны. Төрлө темаларға ҡоролған һорауҙарға лайыҡлы яуап бирҙеләр. Р.Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия уҡыусыларынан иҫтәлекле бүләктәр ҡабул иттеләр. Үҙҙәре лә лайыҡлы бүләктәр әҙерләгәндәр ине.