Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район семинары булып үтт
2019 йылдың 19 апрелендә Баймаҡ ҡалаһының 2-се һанлы урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район семинары булып үтте. Семинарҙың тәүге өлөшөндә мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлиуллина Сәриә Сәитборхан ҡыҙы 6б класында Әнүәр Бикчәнтәевтең "Бөркөт һауала үлә" һәм Байымова Гүзәл Фәйзрахман ҡыҙы 3б класында "Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр" темаларына асыҡ дәрестәр күрһәтте. Семинарҙың икенсе өлөшөн мәктәп уҡыусылары тарафынан сәхнәләштерелгән "Моң ҡалдырҙың тыуған илеңә" исемле кластан тыш сара йәмләне. Артабан Төркмән мәктәбе уҡытыусыһы Кәримова Зөлфиә Ғәбиҙулла ҡыҙы "Тыуған ерем – алтын бишегем" оҫталыҡ дәресе күрһәтеп, үҙ эш алымдары менән уртаҡлашты. Семинарҙа ҡатнашыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район берекмә етәксеһе Сирбаева Айгөл Әнүәр ҡыҙының "Уҡыусыларҙы берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләү" темаһына сығышын тыңланылар. Семинарҙың аҙағында мәғариф бүлеге методисы Мәмбәтова Нәфисә Хәйрулла ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезынан алған тәҫораттары менән бүлеште, уҡытыусылар алдына яңы бурыстар ҡуйҙы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары был осрашыуҙан күңелдәренә илһам алып, матур тәҫораттар менән таралышты.