1. Ученикам
  2. Новости
  3. Башҡорт теле көнө

Башҡорт теле көнө

Декабрь 14, 2019 Просмотров: 122

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты башланғысы менән 2016 йылдан алып Башҡорт теле көнө уҙғарыла. Башҡорт теле көнө бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә,14 декабрҙә билдәләнә.Уның сиктәрендә бөтә республика буйынса башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола.Әлбиттә,был юғары күрһәткестә беҙҙең мәктәп уҡыусылары ла ситтә ҡалманы.Башланғыс кластарҙа "Көсһөҙ звено", "Әсәм теле-сәсән теле", "Яратам һине-башҡорт телем!"тигән саралар уҙғарылһа,юғары кластарҙа "Алтын тирмә" уйыны бик юғары кимәлдә ойошторолдо.Сараларҙың маҡсаты - балаларҙа башҡорт теленә, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, туған тел менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү тора.Уҡыусылар һәр сарала әүҙем ҡатнаштылар,бик күп мәғлүмәт алдылар.