1. Ученикам
  2. Новости
  3. “Башҡорт малайы - 2020”

“Башҡорт малайы - 2020”

Февраль 25, 2020 Просмотров: 71

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Башҡорт теле йылына арналған “Башҡорт малайы - 2020” конкурсында 15 малай ҡатнашты. Малайҙар конкурстың дүрт турында ихлас тырышып һынау тоттолар. Үҙең менән, яратҡан шөғөлөң менән таныштырыу, Башҡортостан тарихына, Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы һорауҙарға яуаптар биреү, илһөйәр, телһөйәрлек бәйгеһендә улар һынатманылар.Беҙҙең мәктәптән 4б класы уҡыусыһы Оморҙаҡов Ильназ һәм Байғотлин Азамат( 5б класс) ҡатнаштылар һәм уңышлы сығыш яһанылар.3 -сө урынды Байғотлин Азамат яуланы,ә Оморҙаҡов Ильназ «Иң отҡор малай» номинацияһында еңеп сыҡты.