1. Ученикам
  2. Новости
  3. "Китап- беҙҙең дуҫ"

"Китап- беҙҙең дуҫ"

Октябрь 30, 2020 Просмотров: 210

Хәҙер заман бөтөнләй үҙгәрҙе,ата- әсәләр балаларҙы: "Телефоныңды бер минутҡа ла ҡулыңдан төшөрмәйһең", – тип әрләй.: "Китап тотһаң әйбәтерәк булыр” -, тип шелтәләйҙәр.Был бик дөрөҫ һүҙҙәр. «Китап — баҡса, ундағы яҙыуҙар — шул баҡсаның гөлдәре», — ти М.Ғафури. Кем уҡымай, шул бер нәмә тураһында ла уйламай. Белем алыуҙың иң яҡшы юлы — уҡыу. Бер тиндән һумдар йыйылғандай, уҡылған бөртөктәрҙән белем туплана. Китап — белем шишмәһе.Тыуған көнгә бүләктең дә иң ҡәҙерлеһе китап булды бит. Бөгөн йәштәр китап уҡымай, гәзит-журнал алдырмай тип хафаланыу урынлы. Ҡайһы саҡта телевидение хәбәрселәре, урам буйлап китеп барған егет-ҡыҙҙарҙы туҡтатып, билдәле шағир, яҙыусыларҙың исем-шәрифен һәм ниндәй әҫәрҙәр ижад иткәнлеген белешә. Йәштәр ябай ғына һорауға ла яуап бирә алмай, юғалып ҡала.. Ер нуры ҡояш булһа, кеше нуры ғилем бит. Замана технологиялары күпме генә алға китмәһен, электрон китаптар тәҡдим ителмәһен, барыбер китапты ҡулыңа алып, уға ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтып, уйланып уҡыуға бер ни етмәй! Китап уҡырға яратҡан уҡыусыларҙың уҡыу сифаты ла юғары.Улар диктанттарҙы ла хатаһыҙ яҙалар, уҡыу күнекмәләре лә китап уҡырға яратмаусыларҙан күпкә һәйбәтерәк.Шуға ла китап уҡырға яратҡандарҙың һөйләм телмәре лә юғары. Ә компьютерҙа күп уйнап ултырған уҡыусыларҙың телмәре лә бик һай, кеше менән аралашыу сифаттары ла түбән, һаулыҡтары ла ҡаҡшаған, ауырыуҙарға тиҙ генә бирешеп баралар. Ә киләсәктә үҙ- үҙеңде тормошта дөрөҫ юл һайлау өсөн аралаша ла белергә кәрәк. Китап уҡып, рухи байлығыңды арттырырға, белемеңде үҫтерергә кәрәк.

Каникул алдынан ғына 3 класс уҡыусылары мәктәп китапханаһында Нурзилә Фирғәт ҡыҙы ойошторған “Китап- беҙҙең дуҫ” исемле дәрестә булдылар.Китапханасы әҙерләгән күргәҙмәнән китаптың иң кәрәкле белем сығанағы икәнен төшөндөләр, яҙыусыларҙың әҫәрҙәре менән генә түгел,төрлө энциклопедиялар, журналдар, һүҙлектәр менән таныштылар.Һәр уҡыусы каникул ваҡытында уҡырға китаптар һайлап алдылар һәм китап менән дуҫлашырға һүҙ бирҙеләр.