1. Ученикам
  2. Новости
  3. Башҡорт теле көнөнә арналған саралар

Башҡорт теле көнөнә арналған саралар

Декабрь 14, 2020 Просмотров: 700

   Баймаҡ 2-се һанлы урта мәктәбендә башҡорт теле көнөнә арналған  бик күп саралар үткәрелде. Республика күләмендә уҙғарылған “Бикбаев уҡыуҙары” фәнни – практик конференцияһына  Азаматова Миләүшә Ринат ҡыҙы уҡыусыһы Вәлиев Мәлек менән , Ғәлиуллина Сәриә Сәйетборхан ҡыҙы уҡыусыһы Әминев Батыр менән муниципиаль – ара конференцияға, “Башҡортостандың 100 шағиры” исемле әҙәби марафонға ижади эштәр, фәнни- эҙләнеү эштәре, видеороликтар әҙерләп ебәрҙеләр. Ш.Бабичтың 125 йыллыҡ юбилейына арналған конкурста Миләүшә Ринат ҡыҙы 3-сө урын яуланы.

   Республика конкурстарынан тыш, район кимәлендә үткән “ Йәншишмәгә яҙыл” акцияһында, “Шиғри сылбыр” флешмобында, “Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы” конкурсында ҡатнаштыҡ. Шулай уҡ мәктәп күләмендә башланғыс кластарҙа, 5-8-се кластарҙа шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе, 7б класында “Мин башҡорт телен яратам” исемле түңәрәк өҫтәл, 8-се кластарҙа “Туған телем – наҙлы гөлөм” девизы аҫтында викторина, 9-сы кластарҙа ШТК үткәрелде. Уҡыусылар 10-11-се декабрь онлайн форматта  “Аҡмулла диктанты” яҙҙылар. Саралар ойошҡанлы, яҡшы кимәлдә үтте.

    14-се декабрь көнө бөйөк мәғрифәтсе - шағирыбыҙ М.Аҡмулланың тыуған көнө, башҡорт теле көнө айҡанлы дәрестәр уҙғарылды. Уҡыусылар һәм бер төркөм  уҡытыусылар  “Шиғри сылбыр” интернет- флешмобында ҡатнашты. Башҡорт теле йылын тантаналы ябып , мәктәп директоры Аҡсабаев Рәсүл Абрар улы бер төркөм уҡыусыларға  Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Сара Светлана Рәшит ҡыҙы етәкләгән өлгөлө “Илһам” ( “Вдохновение” ) төркөмөнөң матур концерты менән тамамланды. Бөгөнгө байрамға йәм өҫтәп, рус милләтле балаларҙың да  башҡорт телендә йырлап тороуҙары үҙе ҙур мәртәбә. Тимәк, телебеҙҙең киләсәге өмөтлө һәм яҡты.