1. Ученикам
  2. Новости
  3. "Ҡауҙы балаһы" лагерының "Башҡорт.ру" отряды

"Ҡауҙы балаһы" лагерының "Башҡорт.ру" отряды

Июнь 19, 2021 Просмотров: 89
"Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы Дуҫлығыбыҙ ныҡ булһын! Һәр эштә лә,ярышта ла "Башҡорт .ру"алға сыҡһын тигән оран мәктәптең йәйге лагерының тәүге көндәренән үк яңғырай.Эйе,1-сенән 8-се класҡа тиклем уҡыған уҡыусыларҙы "Ҡауҙы балаһы"(Аистенок)лагерында тик дуҫлыҡ,сәмле ярыш,мауыҡтырғыс уйындар,күңелле бейеүҙәр көн дә үҙенә ылыҡтырып торҙо.250 уҡыусыны 10 отряд берләштерҙе. "Башҡорт.ру"исемле 1 отряд М.Бураҡаеваның "Йәйләү"программаһы буйынса тик башҡорт балалары менән эшләне. Был отрядтың әйҙәүселәре Шәйнурова Азалия,Вәлиева Ынйыгөл һәм Ишмөхәмәтова Наҙгөл һәр тәрбиәләнеүселәрҙең күңелдәрен күреп,төрлө бейеүҙәр һалып, күңелле уйындар үткәреп,экскурсияларға ,осрашыуҙарға йөрөтөп үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәттеләр.Ысынлап та 1 отряд уҡыусылары тик Гран-при һәм 1-се урындарҙы ғына яуланылар һәм йәйге лагерь барышында дуҫлыҡ, әүҙемлек,берҙәмлек сифаттарын үҙләштерҙеләр. Тәрбиәселәр Зилә Зәбир ҡыҙы һәм Сәриә Мирсәлим ҡыҙының уң ҡулдарына әүерелгән әйҙәүселәр Азалияға,Ынйыгөлгә,Наҙгөлгә киләсәктә уҡыуҙарында тик уңыштар, ҙур еңеүҙәр һәм үҙ юлдарын табыуҙарын теләйем. Әле лагерь буйынса әйҙәүселәр (вожатыйҙар) араһында "Иң яҡшы вожатый" исемле сәмле ярыш бара.Мин үҙемдең дәртле ҡыҙҙарымдың еңеүҙәрен генә теләйем.Сөнки Шәйнурова Азалия,Ишмөхәмәтова Наҙгөл,Вәлиева Ынйыгөл быға бик лайыҡ! Рәхмәт һеҙгә,ҡыҙҙар!