1. Ученикам
  2. Новости
  3. “Башҡорт теле – аҡыл теле“ девизы аҫтында тәрбиәүи саралар үткәрелде

“Башҡорт теле – аҡыл теле“ девизы аҫтында тәрбиәүи саралар үткәрелде

Декабрь 9, 2021 Просмотров: 128
Тел - халыҡ тарихы, уның мәҙәниәте, рухы һәм донъяға ҡарашы, тел - халыҡты халыҡ итә, кешене шәхес итеп формалаштыра, тел - белем һәм тәрбиә ҡоралы.
Баймаҡ ҡалаһы 2-се һанлы урта мәктәбенең башланғыс кластарында туған телде өйрәнеү, илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында “Башҡорт теле – аҡыл теле“ девизы аҫтында тәрбиәүи саралар үткәрелде. Һәр бер сара уҡыусыларҙың күңел даирәһен байытыуға булышлыҡ итте. Уҡыусылар сараларҙа әүҙәм ҡатнашып туған телебеҙҙе байытыусы әйтем- мәҡәлдәрҙе белеүҙәрен һәм яратыуҙарын күрһәттеләр. Афарин!