Башҡорт халыҡ уйындары көнө
Декабрь 10, 2021
Просмотров: 560
Балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын тота. Уйын улар өсөн донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы. Ысынлап та, уйнаған саҡта бала өҙлөкһөҙ хәрәкәттә була, ә был хәл инде уның бөтә яҡлап йылдам үҫеүен тәьмин итә. айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Көндәлек тормошта ла балаларҙың донъяны танып белеүендә, физик һәм рухи яҡтан үҫешендә, дуҫлыҡ, берҙәмлек хистәре тәрбиәләнеүендә, һәләттәрен асыуҙа, үҙ-ара мөнәсәбәттәр ҡорорға өйрәтеүҙә уйындар ярҙамға килгән. Уйындар бала саҡтың алтын биҙәге бит ул.