"Телең барҙа илең бар" девизы аҫтындағы эстафетаны тапшырыу
Февраль 12, 2020
Просмотров: 126
14 декабрь Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының район һәм ҡала рәйестәре менән осрашты. Был сарала Радий Фәрит улына башҡорт телен популярлаштырыу өсөн 2020 йылды Ҡоролтай тарафынан Башҡорт теле йылы итеп тәғәйенләргә тәҡдим иттеләр. Ошо ҡарарға нигеҙләнеп, ҡала һәм район күләмендә төрлө тематик йүнәлештә саралар үткәрелергә тейеш. «Башҡорт теле йылын» тантаналы асыу сараһын интернат мәктәбе башлап ебәрҙе һәм эстафетаны Баймаҡ 2-се һанлы урта мәктәбенә тапшырҙы.
11-се февраль көнө беҙҙең мәктәп уҡыусылары "Телең барҙа илең бар" девизы аҫтында эстафетаны 3-сө мәктәп коллективына тапшырҙы. Был сарала уҡыусылар төрлө яҡтан үҙҙәренең һәләттәрен күрһәттеләр. Туған телдә шиғырҙар, Заманов Азаматтың, «Вдохновение» төркөмөнөң йырҙары, Оморҙаҡова Айгизә һәм Сирбаева Нәркәстең бейеүҙәре, ҡурай моңдары ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде. Сара юғары кимәлдә үтте.