“Әсәм теле-сәсән теле” викторинаһы
Декабрь 8, 2021
Просмотров: 68
Баймаҡ 2-се һанлы урта мәктәбендә Башҡорт теленә һәм оло шағирыбыҙ, мәғрифәтсебеҙ М.Аҡмулланың тыуыуына 190 йыллыҡ мәртәбәле юбилейына арналған саралар “Башҡорт теле-күңелем көҙгөһө” девизы аҫтында үтте.
Уҡыусылар һәм уҡытыусылар М.Аҡмулланың ижадына арналған видеомарафонда әүҙем ҡатнашты. Балалар уның “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”, “Нәсихәттәр”, “Бәхет”, “Тиһеңме,” шиғырҙарына өҫтөнлөк бирҙе. Уҡытыусылар бөйөк шағирҙың әҫәрҙәрен башҡорт, рус һәм инглиз телендә ятланы.
5-7 класс уҡыусылары “Әсәм теле-сәсән теле” викторинаһында әүҙем ҡатнашты. Иң зирәктәр, “йомробаш”тар башҡорт теленең грамматикаһына ғына түгел, хатта логик фекерләүгә ҡоролған ҡатмарлы һорауҙарға яуап бирә алды. Афариндар!