Конкурс "Сәскәйҙәрең толом-толом"
Март 15, 2020
Просмотров: 62
"Башҡорт теле йылы"сиктәрендә 13 март көнө "Сәскәйҙәрең толом-толом"исемле конкурс үткәрелде .Был сарала 5-се,6-сы,7-се класс ҡыҙҙары ҡатнашты.Конкурс талаптары буйынса улар үҙҙәре менән таныштырырға, сәстәренә төрлө прическалар эшләп күрһәтергә,сәсте тәрбиәләү буйынса кәңәштәре менән уртаҡлашырға тейештәр ине .Был сараға ҡыҙҙар етди әҙерләнгәндәр. Баһалау өсөн конкурсҡа "Ағинәйҙәр"клубынан Биктимирова Хөрмә Мөхәммәт ҡыҙы һәм Иҫәнғолова Сәкинә Мортаза ҡыҙы саҡырылды. Улар конкурсанттарҙы баһалап ҡына ҡалманылар,ә үҙҙәренең ҡыҙҙарға хас тәрбиәүи,фәһемле кәңәштәрен дә еткерҙеләр. Сара юғары кимәлдә үтте.