“Тапаков уҡыуҙары”конкурсы

Апрель 24, 2020 Просмотров: 99

Башҡортостан республикаһының ЮНЕСКО программаларын һәм проекттарын тормошҡа ашырыу , ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре араһында ижади хеҙмәттәшлек булдырыу маҡсатында бына икенсе йыл инде Сибай ҡалаһының “Ирәндек “лицей мәктәбендә “Тапаков уҡыуҙары”конкурсы үткәрелә.Был конкурс ФГОС талаптарына ярашлы рәүештә талантлы һәм һәләтле уҡыусыларҙы эҙләү , башҡорт әҙәбиәтен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың әҫәрҙәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу арттырыу, ижади һәм интеллектуаль потенциалын үҫтереү маҡсатында үткәрелә.Быйылғы онлайн конкурс әлбиттә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды.Беҙҙең мәктәптән уҡытыусы Әлмөхәмәтова Зилә Зәбир ҡыҙы етәкселегендә 8-се кластан Солтанова Алина һәм 6-сы класс уҡыусыһы Вәлиев Мәлик ҡатнашты.Солтанова Алина үҙенең ҡартатаһы тураһында рус телендә инша яҙҙы һәм 3 урынға лайыҡ булды.Ә Вәлиев Мәликтең башҡортса яҙған иншаһы 1 урынды алды.Ул шулай уҡ “Бер кем дә,бер нәмә лә онотолмай” тигән һүрәте өсөн дә беренсе урынды яуланы.Уларҙың икәүһенә лә ойоштороусылар тарафынан дипломдар ебәрелгән. Алинаны ла,Мәликте лә еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм иншаларын тәҡдим итәбеҙ.

Валеев Малик, 6б класс 
“Халыҡтың үлемһеҙлеге – уның телендә!” 
Минең телем – тыуған ерем, 
Әсәм тауышы, 
Халҡымдың бай хазинаһы, 
Таҙа намыҫы ! 
Ерҙә халыҡ йәшәй икән,- 
Теле лә йәшәй ! 
Телен асҡанда,һәр бала 
Әйтәсәк «Әсәй !». 
Мин был Б.Бикбайҙың шиғыр юлдарын бушҡа ғына алманым.Быйылғы 2020 йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде һәм был тәҡдимде Республика Башлығы Радий Хәбиров хупланы.Бының өсөн республикала ғына түгел,беҙҙең районыбыҙҙа ла,мәктәбебеҙҙә лә күп төрлө саралар үткәрелә.Февраль айында “Башҡорт телен яратам”эстафета конкурс-акцияһында ҡатнаштыҡ һәм туған тел тураһында бик күп төрлө шиғырҙар ятлап,йырҙар йырлап беҙҙең мәктәп уҡыусылар эстафетаны Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәп уҡыусыларына тапшырҙыҡ.Мин был сарала алып барыусы булдым.Юҡҡа ғынамы ни 14 декабрь-“Башҡорт теле көнө”,ә 21 февраль- “Туған телдәр көнө” тип билдәләнә?Эйе,һәр халыҡтың үҙ теле,үҙ моңо,үҙ даирәһе бар.Беҙҙең тыуған илебеҙ Рәсәйҙә генә 193 милләт кешеһе йәшәй һәм улар 270 төрлө телдә һөйләшә! Ә бит күп кенә телдәргә бөтөнләй юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай!Уҡытыусыбыҙ менән әсә теле дәресендә Х.Тапаҡовтың “Бибинур улясай” тигән хикәйәһе менән таныштыҡ. “Башҡорт теле-боронғо тел,ә тәрән тамырлы ағас ҡоромай”тип Бибинур өләсәй ейәнсәре Фәниәгә туған телдең мөһимлеген аңлатырға тырыша.Эйе, тарихһыҙ ил дә, милләт тә булмай. Халыҡта “Иң татлы тел – туған тел, әсәм һөйләп торған тел” тигән мәҡәл бар. Баланы телгә иң ғәзиз кешеһе - әсәһе башлап өйрәтә.Минең туған телем – башҡорт теле. Минең телем мең-мең йылдар аша, һис бер тарих һынауҙарына бирешмәй ата-бабаларыбыҙҙың йәшәү тарихын, йыр-моңон, ижадын түкмәй-сәсмәй беҙҙең көндәргә еткәрә. 
“Бабайҙарҙан, əсəйемдəн алған - 
Ғүмер буйы тапҡан милкемде, 
Улым, ҡыҙым, һеҙгə ҡалдырамын 
Бөйөк мираҫ - туған телемде.” – тип башҡорт шағиры Р.Мифтахов юҡҡа ғына әйтмәгән. 
Тәбиғәтебеҙ нисек үлемһеҙ булып ҡалһа, туған телемдең дә мәңге үлемһеҙ булып ҡалыуын теләр инем. Кескәй саҡтан уҡ,тәүге һүҙҙәрҙе әйтә башлағандан алып,балалар ҙа ололар тәрбиәһе,телебеҙгә хөрмәт, халҡыбыҙ тарихына ихтирам, уратып алған ер – һыуыбыҙға һаҡсыл ҡараш алып тәрбиәләнергә тейеш. Ололарҙан алынған дөрөҫ тәрбиә һәр саҡ күңелдәрҙә мәңгегә һаҡланып ҡалырға тейеш тип уйлайым.Ләкин,үкенескә ҡаршы, хәҙерге ваҡытта балалар бәләкәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, телдәрен вата – емерә рус телендә һөйләшәләр, сөнки рус йәнһүрәттәре ҡарайҙар, ә атай – әсәйҙәребеҙ быға бик шатлана. Йәнәһе , балалары рус телендә таҙа һөйләшәсәк, имтихандар тапшырыуы еңелерәк буласаҡ. Ә инде ысынында уйлап ҡараһаң, ул бәләкәй бала әлегә үҙ туған телендә матур итеп һөйләшергә лә өйрәнмәгән. Минең уйлауымса, үҙ башҡорт телен белмәй тороп,”балам урыҫ телен шәп белә!” тип маҡтанған ата-әсәнең уйы бик хаталы фекер. Сөнки үҙебеҙҙең туған телебеҙҙе бөтә нескәлектәренә тиклем белмәйенсә, башҡа телде камил үҙләштереп булмайҙыр. Шуға күрә бала саҡтан, баланың теле асылғандан алып, күҙ нурҙарына үҙебеҙҙең моңло башҡорт телендә аралашырға өйрәтергә, уға ихтирам, хөрмәт тәрбиәләргә кәрәк. 
Мин үҙемдең туған телемде яратам, хөрмәт итәм. Уның һәр һүҙе сылтырап ағып ятҡан шишмәне, шиңмәҫ, кипмәҫ шишмәне хәтерләтә. Әйтерһең дә, өләсәйем үҙенең моңло тауышы менән, саф башҡорт телендә халҡымдың тарихын, уның аҡыллы һүҙҙәрен теҙә.Ә шишмә бер туҡтамай үҙ йырын көйләп, сылтыр-сылтыр аға ла аға. Туған телем дә ошолай сылтырап ағылһын, тыныс йылғаларға, ярһыу даръяларға, окендарға барып ҡушылһын да бер ҡасан да ер йөҙөнән юғалмаһын! Яҙын япраҡ ярған, сәскә атҡан үҫемлектәр кеүек япраҡ ярһын, шаулап – гөрләп сәскә атһын ине. 
Ә был хыял тормошҡа ашһын өсөн беҙ үҙебеҙ тырышырға тейешбеҙ. Туған телебеҙҙә таҙа итеп һөйләшергә, милли матбуғатҡа яҙылып, илебеҙгә ҡағылышлы һәр яңылыҡ менән танышып барырға, мәктәбебеҙҙә башҡорт телен тырышып уҡырға. Һәр тыуған сабыйҙың теле үҙенең туған телендә асылһын,һәр бала үҙенең туған телендә белем алһын ине. Ә был инде беҙҙең, атай –әсәйҙәребеҙҙең һәм уҡытыусыларыбыҙҙың изге бурысы!Юҡҡа ғынамы һуң Хәйҙйр Тапаҡов та был һорауға яуапты ошо “Бибинур улясяй”хикәйәһе аша борсолоп белдергән түгелме һуң? 
Башҡортостан тигән гүзәл илдә тыуып үҫкәнемә, бында йәшәүемә, туған телемдә аралашыуыма үтә лә бәхетлемен. Уй- хыялдарым менән йыһанда йөҙәм. Күңелемде иң арбағаны, хайран иткәне- ғәзиз ерем, ғәзиз илем. Беҙ Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге! Телебеҙ, илебеҙ яҙмышы – беҙҙең ҡулда. 

Султанова Алина,8а класс 
«День Победы» 
Мы встречаем день Победы, 
Он идет в цветах, знаменах 
Всех героев мы сегодня 
Называем поименно 
Знаем мы совсем не просто 
Он пришел к нам День Победы. 
Этот день завоевали 
Наши папы, наши деды. 
Один из них был мой дедушка- Абзаков Ахмет Ибрагимович.Я изучала материалов, рукописей, воспоминаний о жизни дедушки- участника Великой Отечественной войны, учителя. В этом году ему исполнилось бы 105 лет. Родился он в 1915 году в деревне Тавлыкаево. В 6 лет остался круглой сиротой. Воспитываясь в семье брата отца Исмагила, педагога-просветителя, он с ранних лет мечтал стать тоже учителем. В 16 лет поступил в Оренбургский педагогический техникум, который расположился в здании Каравансарая, потом учился в Башкирском государственном педагогическом институте имени К.А.Тимирязева. Проработав учителем школы крестьянской молодежи в деревне Первое Иткулово, был направлен на работу в деревню Субхангулово Бурзянского района. В 1939 году оттуда и был призван в ряды Советской Армии в Дальний Восток. 
После шестимесячной учебы в Хабаровске был направлен в 71 дивизию. Там служил политруком второй роты саперного батальона. 
В 1943 году был направлен в третий Прибалтийский фронт под командованием генерала армии И.Х.Баграмяна. 
До окончания войны он служил минером в особом батальоне шестой гвардейской армии, где командиром был К.С.Белов и руководил взводом. Два раза был ранен и получил контузию. За боевые заслуги награжден орденом Красной Звезды, медалями «За боевые заслуги», «За отвагу», «За доблестный труд в Великой Отечественной войне». 
Отслужив а армии и испытав все ужасы войны через 8 лет он в звании лейтенанта возвращается в родные края. 
Оставаясь верным своей мечте, он всю остальную жизнь посвятил работе в школе. Был учителем родного языка и литературы, директором школ в деревнях Тавлыкаево, Татлыбаево, Нигаматово. В деревне Тавлыкаево, где я своими учениками была на экскурсии, показали школу, где учился и работал мой дедушка Ахмет Ибрагимович. 
Он также написал методические разработки в помощь учителям башкирского языка, которые были два раза опубликованы в виде брошюры. 
Ахмет Ибрагимович был делегатом первой и второй съездов учителей Башкортостана. 
В 1949 году одним из первых в Баймакском районе был награжден знаком «Отличник народного просвещения РСФСР», а в 1955 году удостоен звания Заслуженного учителя школ БАССР. Изучив материалы о дедушки при подготовки исследовательской работе я узнала, что наша педагогическая династия семьи Абзаковых составила 207 лет! Это для меня большая гордость! Мой дедушка много сил вложил изучению истории родного края, был внештатным корреспондентом районной газеты «Октябрское знамя» 
Ахмет Ибрагимович был в дружеских отношениях с государственным деятелем Зекерия Акназаровым, известным композитором Хусаином Ахметовым, писателями Сагитом Агишем, Тимер Арсланом, Зайнаб Биишевой, Дауытом Юлтыем и другими выдающимися личностями. 
Особой гордостью я прочитала материал из газеты «Азна» о том, что мой дедушка сохранил и передал Председателю Союза писателей Дауыт Юлтыю стихотворение Шайхзады Бабича «Башкортостан», который был посвящен участникам курултая в Оренбурге в 1918 году. Это было равно подвигу в те суровые годы. 
Дедушка активно интересовался историей, культурой своего народа. Он был очень разносторонним человеком, собирал народные песни, сам их пел, владел горловым пением-узляу. 
Они с прабабушкой Загирой Файзрахмановной вырастили пятерых детей. Он был примерным отцом, уважаемым человеком среди односельчан, коллег. В различных периодических изданиях можно найти статьи о нем. Все его любили и уважали- участника войны, активиста, учителя! Я обратилась за помощью старшему поколению, односельчанам, его ученикам, краеведам. 
Мой дедушка любил сочинять стихи, вел дневники. Я нашла его рукописи на латинском, арабском языках. В дальнейшем я планирую работать над их переводом, содержанием вместе со своими учениками. Я очень горжусь ,что я являюсь внучкой такого человека, как Абзаков Ахмет Ибрагимович!