1. Родителям
  2. Новости
  3. Тыуған тел һәм әҙәбиәт декаднигы

Тыуған тел һәм әҙәбиәт декаднигы

Октябрь 29, 2018 Просмотров: 87

10 – 24 октябрҙә мәктәптә туған тел һәм әҙәбиәте декаднигы гөрләп үтте. Был сарала бөтә класс уҡыусылары ла ихлас ҡатнашты. 10 класс уҡыусылары “Алтын тирмә” уйынында көс һынашһа, 3-9 кластар араһында “Тыуған республикам” викторинаһы үткәрелде. 3-4 кластарға “Брейн – ринг” уйыны бик оҡшаны. 8б, 9б класы уҡыусылары районыбыҙҙың тарихи ҡомартҡыһы – Темәс тарихи музейына юл тотто. Улар башҡорт халҡының боронғо көнкүреш әйберҙәре, тарихи шәхестәр менән танышты, 3D – бүлмәлә әкиәт геройҙары менән фоторәсемгә төшөп ҡыуанды. 
1-4 һәм 5-6 рус кластары араһында шиғырҙар конкурсы үткәрелде, рус һәм башҡа милләт балалары башҡорт телендә шиғыр һөйләп, жюриҙы һәм тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы. 
“Игебаев уҡыуҙары” конкурсының мәктәп этабы уҙҙы. Унда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, балалар әүҙем сығыш яһаны. 
24 октябрҙә 9-11 класс уҡыусылары Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, билдәле шағир, журналист Әхмәр Үтәбай һәм күренекле шағир, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Салауат Әбүзәр, Б.Вәлид исемендәге премия лауреаты, тарихсы һәм композитор Борис Хайретдинов, “Йәнгүҙәй” берекмәһе етәксеһе, журналист Айгөл Иҙелбаева менән осрашты. 
Сара бик мауыҡтырғыс барҙы. Балалар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын яуҙырҙы, әңгәмәлә ихлас ҡатнашты. Әхмәр Үтәбайҙың викторинаһы, Борис Хайретдиновтың моңло йырҙары, мәктәп ҡурайсыларының сығышы кисәне йәмләп ебәрҙе. Уҡыусылар бүләккә “Ағиҙел” журналын ҡулына алып шатланды.