Йәш ижадсылар бәйгеһе
Октябрь 25, 2022
Просмотров: 91
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғариповапризына үткәрелгән йәш ижадсылар бәйгеһе быйыл тәүге тапҡыр Төбәк-ара кимәлгә сыҡты. Башҡортостандың 25 төбәгенән, татарстандың Яр Саллы һәм Магнитогорск ҡалаларынан йәмғеһе 150-нән ашыу эш ҡабул ителде. Был юлы йәш ижадсылар Сибай ҡалаһының балалар ижады үҙәгендә тәбрик ителде. Еңеүселәр араһында Баймаҡ 2-се һанлы урта мәктәбенең 7 б класы уҡыусыһы Моталлапова Алтынай ҙа бар. Етәксеһе: Азаматова Миләүшә Ринат ҡыҙы. Призлы урынға лайыҡ булған Алтынайҙы бар йөрәктән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!