1. Ученикам
  2. Новости
  3. Милли батырыбыҙ- Салауат Юлаевтың бөгөн тыуған көнө

Милли батырыбыҙ- Салауат Юлаевтың бөгөн тыуған көнө

Июнь 16, 2018 Просмотров: 299

Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев 1754 йылдың 16 июнендә Себер даруғаһы Шайтан-Көҙөй улусының Тәкәй ауылында тыуған. Юлай Аҙналиндың улы, 1771-72 йылдарҙа уҡ Шайтан-Көҙөй улусы старшинаһы вазифаһын башҡара, 1773 йылдың 10 ноябрендә ихтилалға ҡушыла һәм 1773-75 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында Емельян Пугачев яғында ҡатнаша, уның иң яҡын көрәштәшенә әйләнә.  

1773 йылдың ноябрь-декабрендә Салауат Юлаев Ырымбур эргәһендәге алыштарҙа ҡатнаша, 1774 йылдың ғинуар-мартында Пермь провинцияһында һәм Өфө провинцияһының төньяҡ өлөшөндә ихтилал етәкселәренең береһе була. Дүрт меңдән ашыу кешенән торған ғәскәргә етәкселек итә; уның отряды 1774 йылдың 12 ғинуарында Красноуфимск ҡәлғәһен һуғышһыҙ ала, 18-25 ғинуарҙа Көңгөр ҡалаһын ҡамауҙа ҡатнаша, 19 февралдә — Красноуфимск ҡәлғәһе эргәһендә, март башында — Ҡазан губернаһының Сарапул ҡалаһы эргәһендә, 14 һәм 17 мартта Себер даруғаһы Сызгин улусының Боғалыш ауылы (хәҙерге Свердловск өлкәһе) янында хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша.

Апрель — майҙа Салауат Юлаев Өфө провинцияһы халҡын Баш ихтилалсылар ғәскәренә туплау менән шөғөлләнә, уны аҡса, аҙыҡ-түлек һәм ҡоралдар менән тәьмин итә. Май башында Салауат Юлаевтың отряды Үрге Эҫем заводы эргәһендә Михельсон етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышҡа инә…

Шул уҡ йылдың июнендә Емельян Пугачев Салауат Юлаевты бригадир итеп үрләтә. Июлдән ноябргә тиклем Салауат хәҙерге Башҡортостан территорияһында ихтилалсылар хәрәкәтенә етәкселек итә. Өфөнө яулап алырға маташа, Ҡатау-Ивановск заводын ҡамауға ала. Баш ихтилалсылар ғәскәрен еңгәндән һәм Пугачевты ҡулға алғандан һуң да көрәшеүен дауам итә. Уның отрядының хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуңғы һуғышы 20 ноябрҙә Ҡатау-Ивановск заводы эргәһендә була, 25 ноябрҙә ул генерал-майор Фрейман командаһы тарафынан ҡулға алына.

1774 йылдың ноябренән 1775 йылдың июленә тиклем барған оҙайлы тикшереүҙәрҙән һуң Салауат Юлаев атаһы менән бергә ҡамсы менән һуҡтырылыуға (175 тапҡыр), танау япраҡтарын ҡырҡыуға һәм маңлайы менән сикәләренә ҡыҙҙырып "3", "Б", "И" тамғаларын (“енәйәтсе”, “боласы”, “хыянатсы” – "злодей", "бунтовщик", "изменник") баҫыуға дусар ителә, ә 2 октябрҙә Рогервик ҡәлғәһенә ғүмерлек һөргөнгә оҙатыла. 1800 йылдың 26 сентябрендә Салауат Юлаев вафат була.

Салауат Юлаев шағир ҙа була, уның шиғриәт мираҫынан беҙҙең көндәргә 500-ләп юлы килеп еткән. Ижадының һуңғы осорона ҡараған дүрт юллыҡ йырҙарында ул ихтилалдың еңелеү сәбәптәре тураһында фекер йөрөтә, туған халҡының һәм башҡорт еренең яҙмышы өсөн борсолоуын белдерә. Тәүге тапҡыр рус телендә уның әҫәрҙәрен 1880 йылда уҡ Ф. Д. Нефедов “Салауат, башҡорт батыры” («Салават, башкирский батыр») очеркында баҫтырып сығара.

Граждандар һуғышы йылдарында Айырым Башҡорт кавалерия дивизияһының сәйәси бүлеге «Салауат» гәзите сығара, Бөйөк Ватан һуғышы барышында С. Юлаев исемендәге 1292-се танкка ҡаршы истребитель артиллерия полкы ойошторола, «Салауат Юлаев» бронепоезы һәм истребителе төҙөлә. Административ район, ҡала, урамдар, хоккей клубы, теплоходтар, мәмерйәләр Салауат Юлаев исеме менән атала, Салауат районының Малаяҙ ауылында һәм Палдиски (Эстония) ҡалаһында музейҙар асылған, һәйкәлдәр ҡуйылған. Уға «Тау бөркөтө» балеты, С. П. Злобиндың романы, «Салауат Юлаев» операһы һәм нәфис фильмы, башҡа әҙәби әҫәрҙәр бағышланған.

Сегодня в Башкирии отмечается день рождения национального героя башкирского народа Салавата Юлаева. 16 июня 1754 года в деревне Текеево Шайтан-Кудейской волости Сибирской дороги родился Салават Юлаев. Сын Юлая Азналина, уже в 1771-72 годы исполнявший должность старшины Шайтан-Кудейской волости Сибирской дороги, 10 ноября 1773 года примкнул к восстанию и принял участие в Крестьянской войне 1773-75 годов на стороне Емельяна Пугачева, став его ближайшим сподвижником.

В ноябре-декабре 1773 года Салават Юлаев участвовал в боях около Оренбурга и на Оренбургской линии, в январе-марте 1774 года стал одним из предводителей восстаний в Пермской и северной части Уфимской провинций. Командовал войском в количестве более четырех тысяч человек; его отряд 12 января 1774 года взял без боя Красноуфимскую крепость, 18-25 января принял участие в осаде города Кунгур, 19 февраля сразился с правительственными войсками около Красноуфимской крепости, в начале марта — около города Сарапула Казанской губернии, 14 и 17 марта — около Красноуфимской крепости и деревни Бугалыш Сызгинской волости Сибирской дороги (ныне — Свердловская область).

В апреле — мае Салават Юлаев занимался мобилизацией населения Уфимской провинции в Главное повстанческое войско, которое снабжал деньгами, провиантом и снаряжением. В начале мая отряд Салавата Юлаева вступал в бои с правительственными войсками под командованием Михельсона около Верхнего Симского завода, в конце мая — около Айской пристани Айлинской волости Сибирской дороги (ныне деревня Старая Пристань Челябинской области).

В июне того же года Емельян Пугачев произвел Салавата Юлаева в бригадиры. С июля по ноябрь Салават руководил повстанческим движением на территории нынешнего Башкортостана. Предпринял попытку захватить Уфу, осадил Катав-Ивановский завод. Продолжал борьбу и после поражения Главного повстанческого войска и ареста Пугачева. Последний бой его отряда с правительственными войсками состоялся 20 ноября около Катав-Ивановского завода, 25 ноября он был захвачен командой генерал-майора Фреймана.

После длительного следствия, проводившегося с ноября 1774 года по июль 1775-го Тайной экспедицией Сената и оренбургским губернатором Рейнсдорпом в Уфе, Казани, Москве, Оренбурге, Салават Юлаев вместе с отцом был подвергнут наказанию кнутом (175 ударов), клеймению знаками «3» («злодей»), «Б» («бунтовщик»), «И» («изменник») на лбу и на щеках, а 2 октября был отправлен в пожизненную ссылку в Балтийский Порт (до 1762 года — крепость Рогервик). 26 сентября 1800 года Салават Юлаев умер.

Салават Юлаев был также поэтом, из его поэтического наследия до наших дней дошло около 500 строк. В песнях-четверостишиях, относящихся к последнему этапу творчества, он размышлял о причинах поражения восстания и выражал беспокойство за судьбу родного народа и башкирской земли. Впервые на русском языке его произведения были опубликованы еще в 1880 году Ф.Д.Нефедовым в очерке «Салават, башкирский батыр».

В годы Гражданской войны политическим отделом Отдельной Башкирской кавалерийской дивизии издавалась газета «Салауат», в ходе Великой Отечественной войны сформирован 1292-й истребительно-противотанковый артиллерийский полк им. С.Юлаева, построены бронепоезд и истребитель «Салават Юлаев». Именем Салавата Юлаева названы административный район, город, улицы, хоккейный клуб, теплоходы, пещеры, открыты музеи в селе Малояз Салаватского района РБ и в городе Палдиски (Эстония), установлены памятники. Ему посвящены балет «Горный орел», роман С.П.Злобина, опера и художественный фильм «Салават Юлаев» и другие художественные произведения.