1. Ученикам
  2. Новости
  3. Х асыҡ балалар өсөн әҙәби “Лукоморье –2019” конкурсы

Х асыҡ балалар өсөн әҙәби “Лукоморье –2019” конкурсы

Март 30, 2019 Просмотров: 77
Тәбиғәт кешегә сикһеҙ мөмкинселектәр биргән. Шуға ла һәр бер бала тыумыштан нимәгә булһа ла һәләтле . Тик был һәләттәрҙе ваҡытында күреп, уны үҫтерә белеү зарур. "Талант" -ул ижади һәләттең иң юғары нөктәһе. Һәләтле бала үҙенең фекерләү ҡеүәһе, төрлө фәндәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлығы менән башҡаларҙан айырылып тора. Ғәҙәттә, уларҙың хәтере яҡшы үҫешкән, фекерләүе үҙенсәлекле була. Улар бөтә фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшәләр, төрлө түңәрәктәргә йөрөйҙәр, мәктәптә, ҡала һәм республика кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, конференцияларҙа әүҙем ҡатнашалар. 
 3в класында белем алыусы Халикова Диана бөтә яҡтан да өлгөр,талантлы, матур уҡыусы булып һанала.Балалар баҡсаһында йөрөгән сағында уҡ “Тамыр” студияһының балалар өсөн үткәрелгән “Сулпылар” йыр конкурсында “Башҡортостан илгенәм” йыры менән лауреант исеменә лайыҡ булды. Уның матур тауышы хәҙер ҙә сәхнәләрҙә яңғырай.Ижадсы ҡыҙыҡай яңыраҡ республика күләмендә үткәрелгән Х асыҡ балалар өсөн әҙәби “Лукоморье –2019” конкурсында I урынды яуланы һәм баш ҡалабыҙ Өфөгә уҡытыусыһы Әлмөхәмәтова Зилә Зәбир ҡыҙы менән бүләкләүгә саҡырылды. Был әҙәби конкурста уҡыусылар шиғыр,эссе, хикәйә, әкиәт яҙып үҙҙәренең һәләттәрен күрһәттеләр. 336 уҡыусы араһынан тик 40 уҡыусының эштәре юғары баһаға лайыҡ булды.Уларҙың эштәре апрель айында китап йыйынтығы булып баҫылып сығасаҡ. Башҡортостандың 54 район һәм ҡалаларынан беҙҙең Баймаҡтан 4 уҡыусы : Халиҡова Диана-I урын, Нәбиуллина Линара,(БЛИ)-III урын, Ильбулова Диана- (3-сө мәктәп)-II урын,Иҙелбаева Айгизә-(4-се лицей мәктәп)- II урын яуланылар. Диананың баш ҡаланан ҡыуанып ҡайтыуына беҙ ҙә ҡыуанабыҙ һәм артабан да ижади уңышлыҡтар теләйбеҙ! 

Конкурсҡа ебәрелгән әкиәтен һеҙгә тәҡдим итәбеҙ.
           Наҙлыҡай менән Кетмер  
Бер әбей менән бабайҙың Наҙлыҡай тигән бесәйе менән Кетмер исемле эте булған, ти. Әбей менән бабай бик татыу йәшәгәндәр, әммә уларҙың эте менән бесәйе бер-береһен яратмағандар . Әбейҙең Наҙлыҡайға тигән һөтөн Кетмер түгеп киткән,ә Наҙлыҡай Кетмерҙең тамағына талашҡан ти. Был ғына етмәгән, улар бер-береһен әбей менән бабайға алдап ошаҡлаған. «Ана, Кетмер ҡапҡаға сит-ят малдарҙы индерҙе, уларға хатта өрмәне лә. Сит малдар ихатаны тапап, бысратып бөттө», - тип алдашҡан Наҙлыҡай. «Бесәйегеҙ шул тиклем ялҡау, иҙәндә йүгереп йөрөгән сысҡандарҙы ла тотмай», - тип юҡты бар итеп һөйләгән Кетмер. Был икәүҙең ирешкәнен күреп, бабай урманға алып барып аҙаштырырға булған. Кискә ҡарай бабай теге икәүҙе тоҡҡа һалып урманға киткән. Урманда ҡалырға теләмәй эт менән бесәй бик ҡайғырышҡан, ти. Улар хәйлә ҡорғандар: эт тоҡто сәйнәп тишкән, бесәй ошо тишектән юлды ҡарап барған. Бабайға ла яратҡан бесәйе менән этен урманға ҡалдырып китеү ҡыйын булған. Уйланып, ҡайғырып бара торғас, ул аҙашҡан да ҡуйған. Урман эсендә бүреләр олоған. Бабай асыҡҡан, арыған, тамам хәле бөтөп бер ағас төбөнә килеп ҡолаған. Тоҡтағы эте менән бесәйен сығарған. Эт бабайҙың аҫтына ҡоро үлән килтереп түшәгән, бесәй уның өшөгән аяҡ-ҡулын, арҡаһын, һырынып йылытҡан. Эт өрөп торғас, айыу-бүреләр бабай ятҡан ергә яҡын килергә ҡурҡҡан. Таң яҡтыра башлағас, эт менән бесәй бабайға ҡайтыр юлды күрһәткән. Ике тоғро дуҫы арҡаһында бабай бер үлемдән ҡалған, ти. Аҙашҡан бабайы эте, бесәйе менән ҡайтып ингәс әбей ҙә бик шатланған. Бесәйен йылы һөт, этен тауыҡ бото менән һыйлаған. Аҙаҡ Наҙлыҡай менән Кетмер артабан дуҫ-татыу йәшәргә, хужаларына тоғро хеҙмәт итергә һүҙ биргән.