" Башҡорт.ру " отряды Баймаҡ тарихи - тыуған яҡты өйрәнеү музейына сәйәхәт ҡылды
Июнь 18, 2019
Просмотров: 100
18 июнь " Башҡорт.ру " отряды Баймаҡ тарихи - тыуған яҡты өйрәнеү музейына сәйәхәт ҡылды. Музей менән балаларҙы Ғәлина Нәйлә Муяссар ҡыҙы таныштырҙы. Музей 5 залдан тора. 1- се зал - Этнография залы. Ул XVIII - XX быуат Урал аръяғы башҡорттары көнкүрешенә, тормошона арналған. Унда төрлө көнкүреш кәрәк - яраҡтары менән башҡорт тирмәһен, башҡорт ҡатын - ҡыҙ һәм ир - егеттәренең милли кейемдәрен, биҙәүестәрен күрергә мөмкин. 2 - се зал - Алтын залы. Ул район сәнәғәте үҫешенә арналған. 3 - сө зал - Хәрби дан залы. Бында Тыуған илебеҙҙә булған бөтә һуғыш стендтары һәм экспонаттары урынлаштырылған. Шулай уҡ был һуғыштарҙа ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ хаҡында мәғлүмәт тупланған, фотолары ҡуйылған. 4 - се зал - Таналыҡ - Баймаҡ ауылының тәүге кешеләре шәжәрәһе залы. Был залда ҡалаға тәүге килеп урынлашҡан ваҡыттан алып хәҙерге көнгә тиклемге шәжәрә күрһәтелгән. 5 - се зал - Диорама залы. Ул Баймаҡ районы тәбиғәтенә арналған. Нәйлә Муяссар ҡыҙы балаларға ҡала һәм район тарихы хаҡында күп мәғлүмәт бирҙе, төрлө фото - документ материалдар күрһәтте. Отряд уҡыусылары музей хеҙмәткәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы һәм ҡараны. Сәйәхәт аҙағында иҫтәлеккә фото төштөләр.