Уйнай - уйнай үҫәбеҙ
Июнь 20, 2019
Просмотров: 321
Беҙ, беҙ, беҙ инек
Беҙ ун ике ҡыҙ инек.
Баҙға төштөк, май ашаныҡ,
Аҡ келәттә бал ашаныҡ.
Бер таҡтаға теҙелдек,
Таң атҡансы юҡ булдыҡ!
Уйындар киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. Борон-борондан "Ҡарға бутҡаһы ", "Кәкүк сәйе " кеүек байрамдарҙа балалар өсөн төрлө уйындар ойошторолған. "Йәйләү " программаһы буйынса эшләгән "Башҡорт.ру " отрядында ла уйындарға ҙур урын бирелә. Отряд уҡыусылары Салауат Юлаев исемендәге паркка барҙы. Унда улар күптәргә таныш һәм яратып уйналған уйындарҙы уйнаны ( "Аҡ тирәк, күк тирәк ", "Ҡап та ҡоп " һ.б. ), үҙҙәрен спорт уйындарында һынаны. Шулай уҡ был көндө "Башҡортостанды беләһеңме ? "викторинаһы үткәрелде. Балалар Башҡортостан, уның тарихы, билдәле шәхестәренә бәйле һорауҙарға яуап бирҙе. Салауат Юлаев һәйкәле һәм пограничниктар стеллаһы янында фотоға төштө. Балаларҙың донъяны танып белеүендә, физик һәм рухи яҡтан үҫешендә, дуҫлыҡ, берҙәмлек хистәре тәрбиәләүҙә бөгөнгө саралар ҙур ярҙамға килде. Уҡыусылар ҡыуанып уйнаны, күңел асты, иҫтәлеккә фото төштө.