“Мостай Кәрим –башҡорт халҡының рухи хазинаһы” тип исемләнгән йыр дәресе үтте.
Сентябрь 24, 2019
Просмотров: 207
2019 йылдың 20 октябрендә бөйөк шағир Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл туласаҡ.Республика күләме буйынса үткәрелгән "Башҡорт китабы аҙналығы" сиктәрендә, Баймаҡ 2-се һанлы урта мәктәбенең 3 б класы уҡыусылары ҡатнашлығында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йәше тулыуға ҡарата “Мостай Кәрим –башҡорт халҡының рухи хазинаһы” тип исемләнгән йыр дәресе үтте.
Дәрестең төп маҡсаты итеп уҡыусыларҙы Мостай Кәримдең тормош юлы, ижады менән таныштырыу һәм "Уҡытыусыма" йырын өйрәнеү булды. Был дәрестә шағирҙың “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”, “Ҡайын япрағы тураһында”, “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” һәм башҡа шиғырҙары, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны.Мәктәптең китапханасыһы Әлиә Зөфәр ҡыҙы әҙерләгән китап күргәҙмәһе,уҡытыусы Зилә Зәбир ҡыҙының Мостай Кәрим тураһында һөйләгәндәре бик отошло булды һәм уҡыусыларҙың күңеленә хуш килде.