“Йәйләү”профилле сменаларҙа эшләгән етәкселәр һәм әйҙәүселәр өсөн республика семинар кәңәшмәһе
Октябрь 28, 2019
Просмотров: 160
28 октябрь Өфө ҡалаһының Ф.Мостафина исемле башҡорт гимназияһында “ “Йәйләү”профилле сменаларҙа эшләгән етәкселәр һәм әйҙәүселәр өсөн республика семинар кәңәшмәһе”тип аталған ҙур ғына сара булып үтте.Был семинарҙа Күзбәкова Рәйсә Абдрахман ҡыҙы,Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы,Ғилметдинова Мәрүә Мирсәйет ҡыҙы һәм башҡа килгән ҡунаҡтар сығыш яһаны.”Йәйләү” профилле йәйге балаларҙы ял иттереү М.Бураҡаеваның программаһына ярашлы алып барыла .
“Йәйләү”ҙең төп маҡсаты – балаларҙы физик һәм рухи яҡтан сыныҡтырыу, уҡыусының һәр яҡлап һәләтен асыу өсөн йүнәлеш биреү, артабан үҙ тәрбиә менән шөғөлләнеүгә нигеҙ һалыу, бала булмышында, аңында Тәбиғәттән бирелгән, быуындан-быуынға күсә килгән һәләтен уятыу. Ә бындай тәрбиә биреү, бөйөк фекер эйәләре Ян Коменский, Ю Лесгафт, Ҡәйүм Насыри, И. Пестолоцци, Лев Толстой, Ризаитдин Фәхретдинов, Тажетдин Ялсығол һәм, әлбиттә, Константин Ушинскийҙарың фекеренсә, баланың тәбиғи һәләтен асыуҙа иң беренсе урында туған тел, халыҡ педагогикаһы торорға тейеш.
Бөтөн халыҡтар ҙа үҙ киләсәген үҙ тәжрибәһендә тупланған халыҡ педагогикаһы нигеҙендә тәрбиәләгән. Ушинский фекеренсә, халыҡсанлыҡ принциптары төп урында торорға, тәрбиә эшенең нигеҙен тәшкил итергә тейеш. Халыҡ педагогикаһы – ул ҡағиҙәләр түгел. Халыҡ педагогикаһы һәр халыҡтың тарихы, традициялары, йолалары, мәҙәниәте, сәнғәте, ижады аша алып барылған тәрбиә. Ошо нигеҙҙә ил һөйәрлек тәрбиәләнә. Илһөйәрлек – ул үҙ милләтеңде, үҙең йәшәгән төбәкте генә түгел, ә уларға булған һөйөү аша бөтөн халыҡтарға, бөтөн илдәргә ҡарата ла йылы мөнәсәбәт тыуҙырыу тигән һүҙ. Ушинский билдәләүенсә, халыҡ тарихы, уның тәжрибәһе, әхлаҡи һәм эстетик хыялы, уның Ватанға булған һөйөүе, уй-хыялдары һәм киләсәккә өмөтө, әйтәһе фекере туған тел ҡиммәттәрендә һаҡлана һәм фәҡәт туған тел аша бала күңеленә юл ярып була. Шуның өсөн әле кешелек донъяһында китаптар ҙа, мәктәптәр ҙә булмаған замандарҙа уҡ балала рухи ҡиммәттәр тәрбиәләнгән. Әммә, халыҡтың прогрессив традицияларын файҙаланып, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә булһа ла “Йәйләү” профилле сменаһының программаһы нигеҙендә ошо бушлыҡты тултырырға мөмкинселек бар.
Был программа нигеҙендә рухи байлыҡҡа ҡарата һөйөү уятыла, артабан тормошта ошо йүнәлештә үҙтәрбиә менән шөғөлләнерлек йүнәлеш бирелә. Баланың аңына ыңғай яҡтан тәьҫир итеү, сәләмәт тормош алып барыуҙың мөһимлеген аңлатыу, коллективта үҙеңде тотоу, һыйышып тыныс йәшәү принциптарына, сәмле ярыш, бәхәс алымдарына өйрәтеү һәр үткәрелгән сарала төп маҡсаттарҙың береһе итеп ҡуйыла.
Республика күләмендә үткәрелгән семинар- кәңәшмәлә үткән йәйге ял тураһында йомғаҡ яһалып,киләсәктә балаларҙың йәйге ялын нисек үткәрергә,ниндәй юҫыҡта эш алып барыу бурыстары ҡаралды.Республикабыҙҙың бөтә райондарынан килгән һәм йәйге лагерҙарҙа эшләгән тәрбиәселәр үҙҙәренең эш алымдары менән уртаҡлаштылар, мастер-класс күрһәттеләр, төрлө уйындар үткәрҙеләр.Иң ҙур маҡтауға Баймаҡ районы булыуы бигерәк тә һөйөндөрҙө-сөнки беҙҙең районда “Йәйләү”программаһы буйынса 40 сменала (40 мәктәп) 2040 уҡыусы ял иткән! (Ә ҡайһы бер райондарҙа 1 смена ғына булған). Башҡортостан республикаһында балаларҙың профилле йәйге ялын ойошторған етәкселәр мәғариф бүлеге начальнигы Ильдус Әдиф улы Зәйнуллинға ҙур рәхмәттәрен белдерҙеләр.