1. Ученикам
  2. Новости
  3. "Башҡорт теле"

"Башҡорт теле"

Декабрь 14, 2020 Просмотров: 128

2020 йыл Башҡортостанда Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде.Был башланғыс менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты сығып, республика Башлығы Радий Хәбиров уны хупланы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле йылы концепцияһын әҙерләгән.Һәр бер айҙың үҙ темаһы булдырылды. Мәҫәлән:ғинуар – ‘Башҡорт теле – дәүләт теле”, февраль –” Башҡорт теле – заманса тел”, март – ғаилә теле, апрель – әсә теле, май – еңеүселәр теле, июнь – башҡорт теле – халыҡ теле, июль – дуҫлыҡ теле, август – юлдаш теле, сентябрь – ижад теле, октябрь – тарих теле, ноябрь – моңло тел, декабрь – рух теле.

Ошо планға ярашлы беҙҙең мәктәптә лә төрлө саралар уҙғарылды, уҡыусылар уҡытыусылары менән берлектә бик күп сараларҙа,конкурстарҙа ҡатнаштылар һәм әлбиттә ҙур уңыштарға өлгәштеләр.”Декабрь-рух теле” темаһы буйынса башланғыс синыф уҡыусылары викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр,Башҡортостанға арнап һүрәттәр конкурсында ҡатнаштылар,шиғыр һөйләүселәр конкурсы ла бик әүҙем үтте.”Алтын тирмә”,”Башҡортостан буйлап сәйәхәт”,Көсһөҙ звено” ,”Аҡмулла –яҡтылыҡ йырсыһы” дәрестәре лә уҡыусыларҙың күңеленә хуш килде.