“Башҡорт теле – иманлы тел” девизы аҫтында марафон старт алды
Декабрь 7, 2021
Просмотров: 172
Мәктәп администрацияһының ҡарарына нигеҙләнеп, туған тел уҡытыусылары тарафынан башҡорт теле көндәрен ойошҡанлы үткәреү тураһында план ҡабул ителде. 7-се декабрь “Башҡорт теле – иманлы тел” девизы аҫтында марафон старт алды. Метод берекмә етәксеһе, сараны тантаналы асып, башҡорт теле көндәре сиктәрендә үткәреләсәк саралар теҙмәһе менән таныштырҙы, уҡыусыларҙы әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Сара барышында 9б класы уҡыусылары туған тел тураһында шиғырҙар һөйләнеләр, Айгөл Сәфәрғәле ҡыҙы етәкләгән «Йәнтөйәк” фольклор ансамбле ҡурайсыларының сығышы сараға йәм өҫтәне. Шулай уҡ Миләүшә Ринат ҡыҙы 9а, в , Сәриә Сәйетборхан ҡыҙы 9б, 5б класс уҡыусылары менән түңәрәк өҫтәл ойошторҙолар. Уҡыусылар “Иманлы кеше ниндәй булырға тейеш?” тигән һорауға үҙ фекерҙәрен әйттеләр, әңгәмә ҡорҙолар.