Милли кейеп көнөнә арналған саралар булып үтте
Апрель 15, 2022
Просмотров: 340
Башҡорт милли кейеме — башҡорт халҡының баш, өҫ һәм аяҡ кейеме. Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған.
Башҡорт милли биҙәүестәре уларҙың йәшәйеш, тормош тәртибе, матурлыҡ тураһында ҡараштарын, ырыу эсендәге тәртиптәрҙе, ғәиләнең йәмғиәттәге урынын сағылдырған, һаҡлау, яҡлау, биҙәнеү, ҡупшыланыу маҡсатын күҙ алдында тотҡан. Ислам менән бергә доғалар яҙылған бетеүҙәр ҙә ҡулланыла башлаған.
15 апрель-милли кейемдәр көнө тип иғлан ителде.Был көндө беҙҙең мәктәп уҡыусылары ла,уҡытыусылар ҙа ихлас үткәреп ебәрҙеләр.Һәр класта ла милли кейемдәрҙә уҡырға килгән уҡыусыларҙы күреү тик һоҡланыу ғына тыуҙырҙы.Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусылар милли кейемдәр тураһында бик күп мәғлүмәт алдылар,төрлө уйындар уйнанылар.Шулай уҡ мәктәптең "Йәнтөйәк" фольклор студияһында шөғөлләнгән уҡыусыларҙың сығыштарын ихлас күңелдән ҡул сабып тәбрикләнеләр.Улар башҡарыуында "Сыңрау торна", "Любизар", "Ҡара юрға", "Ҡарабай" көйҙәре рус телле балаларға ла бик оҡшаны.